Рауил Харрасов Йәнгә ғәзизһең, Темәс

Исполнитель: Рауил Харрасов Длительность: 03:21 Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Рауил Харрасов — Йәнгә ғәзизһең, Темәс"

Йәнгә ғәзизһең, Темәс

Артур Туҡтағолов көйө
Абдулхаҡ Игебаев шиғыры

Урал аръяғында бер ауыл бар
Беҙҙең күңелдәрҙе арбаған,
Рәхмәт инде, аҫыл был төйәкте
Олатайҙар белеп һайлаған.

Ҡушымта:

Һай, боронғо матур ауыл,
Йөҙөң таң һымаҡ көләс,
Бер ҡулыңда – алтын ураҡ,
Бер ҡулыңда – аҡ күмәс;
Һинән күргән игелекте
Онота алмам, Темәс!
Йәнгә ғәзизһең, Темәс!

Урал аръяғында бер ауыл бар
Тормош үрҙәренә талпынған,
Заманында башҡорт иленең ул
Баш ҡалаһы булып балҡыған.

Урал аръяғында бер ауыл бар
Сал тарихтар һөйләй һуҡмағы,
Ошо яҡта гөлтләй-гөлтләй янған
Бабичтарҙың шиғри усағы.

Урал аръяғында бер ауыл бар
Шөһрәттәре киткән алыҫҡа,
Эй хоҙайым, йәнтөйәктән айырып
Һала күрмә мине һағышҡа.

Еще песни Рауил Харрасов

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)