Фидан Ғафаров
Һиндостан ҡыҙына
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!
Текст песни "Фидан Ғафаров — Һиндостан ҡыҙына"
ҺИНДОСТАН ҠЫҘЫНА
(МУРМУРКИ НАДЕК МУРМУРКИ*)
Рим Хәсәнов көйө
Назар Нәжми шиғыры
Күргәнем юҡ ине илеңде,
Ишеттем бер һинең көйөңдө.
Ул көй матур ине, моңло көй.
“Мурмурки надек мурмурки”.
Барҙым һинең тыуған илеңә,
Керҙем һинең торған өйөңә;
Бик ҡунаҡсыл икән һеҙҙең өй -
Мурмурки надек мурмурки.
Һин йырланың тағы өҙҙөрөп,
Биғрәк оҡшай миңә һеҙҙең көй.
Мин ҡарайым һинең күҙҙәргә -
Мурмурки надек мурмурки.
Мин йырланым туған телемдә,
Оҡшаш икән, тинең беҙҙең көй.
Бер-береһенә йырҙар оҡшағас,
Мурмурки надек мурмурки.
*Һиндсә. Башҡортса: “Алма минән, алма күҙҙәреңде”