Светлана Насырова "Байрамың бөгөн" Риф Бикбаев көйө, Светлана Насырова һүҙҙәре.

Исполнитель: Светлана Насырова Длительность: 03:54 Размер: 7.16 МБ Качество: 256 kbit/sec Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Светлана Насырова — "Байрамың бөгөн" Риф Бикбаев көйө, Светлана Насырова һүҙҙәре."

Риф Бикбаев көйө,
Светлана Насырова һүҙҙәре,
Ғәлинур Юламанов - мастеринг һәм яҙҙырыу.

"БАЙРАМЫҢ БӨГӨН"

Байрам көнөң бөгөн,
Иң матуры үҙең -
Йөҙгә түгел, меңгә бер генә.
Маңлайыңдан үбеп,
Йәмләп йәшә, тиеп,
Яралтҡандыр Хоҙай был ергә?!!

ҡушымта:
Байрам бөгөн, байрам,
Иң матур байрам!
Һиңә ҡарап донъя үҙе таң ҡалған.
Балҡып тора йөҙөң,
Йырлап тора күңелең -
Яҙмышыңдан яҡты эҙ ҡалған!

Ҡорған донъяң аҫыл,
Әйтер һүҙең - аҡыл,
Йөрәгеңә изге хис тулған.
Мөхәббәтең өсөн,
Мәрхәмәтең өсөн
Яҡындарың һөйөп йыйылған.

ҡушымта (аҙ ғына үҙгәреш бар):
Байрам бөгөн, байрам,
Иң матур байрам!
Һиңә ҡарап донъя үҙе таң ҡалған.
Тормошоң уңған,
Данларлыҡ булған -
Уҙғандарҙан матур юл ҡалған!

Килде матур мәлең,
Рәхәт йәшәр йәшең,
Үҙең ҡойҙоң бәхеттәрен дә!
Йәшә, әйҙә, көлөп,
Ҡәҙер-хөрмәт күреп,
Бәхетеңдең тәхеттәрендә.

ҡушымта:
Байрам бөгөн, байрам,
Иң матур байрам!
Һиңә ҡарап донъя үҙе таң ҡалған.
Балҡып тора йөҙөң,
Йырлап тора күңелең -
Яҙмышыңдан яҡты эҙ ҡалған!

Еще песни Светлана Насырова

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)