Рамаҙан Йәнбәков
Абдрахман. Башҡорт халыҡ йыры
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!
Текст песни "Рамаҙан Йәнбәков — Абдрахман. Башҡорт халыҡ йыры"
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа.
Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа.
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
Шул дуҫ етте һинең башыңа.