Рөстәм Ғиззәтуллин Бәхетле минуттар

Исполнитель: Рөстәм Ғиззәтуллин Длительность: 03:51 Размер: 3.54 МБ Качество: 128 kbit/sec Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Рөстәм Ғиззәтуллин — Бәхетле минуттар"

БӘХЕТЛЕ МИНУТТАР.

Хәҙер инде һин минең менән,
Урамдарҙан йөрөмәйһең.
Хәҙер инде һин мине башҡа,
Өҙөлөп һөймәйһең.
Иҙге хистәремдән көләһең,
Яндарыма ла килмәйһең.
Яратҡанымды бит беләһең,
Яуаптар бирмәйһең.

Ҡушымта:
Әйҙә янһырдар һиңә тип яҙған,
Йәштәрем тамған һинең һуңғы хаттар.
Ҡайтарып та булмай мәңгегә юғалған,
Бергә үткәргән бәхетле минуттар.
Бәхетле минуттар.
(2 тапҡыр).

Һине оноторға тырышып,
Китәм мин сит яҡтарға.
Булмаҫ инде беҙгә ҡауышып,
Һөйөүҙе һаҡларға.

Ҡушымта:
Әйҙә янһырдар һиңә тип яҙған,
Йәштәрем тамған һинең һуңғы хаттар.
Ҡайтарып та булмай мәңгегә юғалған,
Бергә үткәргән бәхетле минуттар.
Бәхетле минуттар.
(2 тапҡыр).

Әйҙә янһын һуңғы хаттар,
Һиңә барып етмәҫ улар,
Һиңә барып етмәҫ улар,
Күҙ йәштәре тамған хаттар.

Әйҙә янһырдар һиңә тип яҙған,
Йәштәрем тамған бәхетле минуттар.
Ҡайтарып та булмай мәңгегә юғалған,
Бәхетле минуттар.
Бәхетле минуттар.
(2 тапҡыр).

Еще песни Рөстәм Ғиззәтуллин

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)