Ғәзим Ильясов
Һине көтәм (Кил һин)
Исполнитель: Ғәзим Ильясов
Длительность: 04:59
Размер: 2.86 МБ
Качество: 96 kbit/sec
Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!
Текст песни "Ғәзим Ильясов — Һине көтәм (Кил һин)"
Элфис Ҡыямов репертуарынан
Рөстәм Вәлиев көйө
Алмаз Хәмзин һүҙҙәре
Бына тағын көҙҙәр етте,
Бына тағын япраҡ ҡойола.
Һалкын көҙҙөң һары төҫө
Һағыш һала, күңел бойоға.
Ҡайҙарҙан эзләйем икән,
Ҡоштар менән остоң микән?
Иңдәремдә талмаҫ елкән,
Юлдарымда һары келәм.
Кил һин, кил һин, үҙең кил,
Яратам, шуны бел.
Кил һин, кил һин, үҙең кил,
Әлегә һуң түгел.
Көҙгө тойғо һалҡын елдән
Өшөгәнме әллә бойоғоп?
Һин йәшәгәс, йәшәйем мин,
Күңел менән һиңә һыйынып.
Кил һин, кил һин, үҙең кил,
Яратам, шуны бел.
Кил һин, кил һин, үҙең кил,
Әле лә һуң түгел.
Тәҙрәнән ҡарайым тышҡа,
Көҙ йыйына тағын ҡышҡа.
Өмөтөм ҡороп бөттө (Өмөттө юҡҡа бағлайым),
Быйылғы көҙ үтер бушҡа.
Кил һин, кил һин, үҙең кил,
Яратам, шуны бел.
Кил һин, кил һин, үҙең кил,
Әле лә һуң түгел.