Алһыу Бәхтиева
Үкенес
Исполнитель: Алһыу Бәхтиева
Длительность: 05:47
Размер: 10.60 МБ
Качество: 256 kbit/sec
Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!
Текст песни "Алһыу Бәхтиева — Үкенес"
Юлай Үҙәнбаев көйө
Зөһрә Алтынбаева шиғыры
Үткәндәрҙән үкенестәр ҡалған,
Үҙәктәргә үтеп кейеүҙән,
Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп,
Үҙем мәхрүм булдым һөйөүҙән.
Шәфәҡтәргә шәмдәл булып ҡунған
Аҡ хистәре яныу-көйөүҙең,
Ҡәберенә сәскә һалыр инем
Үҙем һәләк иткән һөйөүҙең.
Икәү яҡҡан усаҡ һүнгән инде,
Көлгенәһен елдәр тарата,
Һөйөү бит ул ошо усаҡ төҫлө
Ялҡын өҫтәгәнде ярата.
Ҡайтар, Хоҙай, мине үткәндәргә,
Шул хистәрҙе килә кисергем,
Был донъяла шәрәб эсеп түгел,
Мөхәббәттән килә иҫергем.
Үткәндәрҙән үкенестәр ҡалған,
Үҙәктәргә үтеп кейеүҙән,
Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп,
Үҙем мәхрүм булдым һөйөүҙән.
Икәү яҡҡан усаҡ һүнгән инде,
Көлгенәһен елдәр тарата,
Һөйөү бит ул ошо усаҡ төҫлө
Ялҡын өҫтәгәнде ярата.