Роберт Тимербаев Һанама кәкүк

Исполнитель: Роберт Тимербаев Длительность: 03:06 Размер: 7.12 МБ Качество: 320 kbit/sec Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Роберт Тимербаев — Һанама кәкүк"

Роберт Тимербаев көйө
Зөһрә Ҡотлогилдина шиғыры

Берсә һанайһың туҡтамай,
Юрайһың бик күп йылдар,
Әйтерһең теҙеп ҡуяһың
Алдыма ғүмер-юлдар.

Һанама, кәкүк, һанама
Ғүмерем сәғәттәрен.
Былай ҙа йөрәгем яна
Белмәйем сәбәптәрен.

Ниңә һин яралдың икән
Яҙмыш юраусы булып.
Кешегә ғүмер һанайһың
Ағас башына ҡунып.

Һанама, кәкүк, һанама
Ғүмерем сәғәттәрен.
Былай ҙа йөрәгем яна
Белмәйем сәбәптәрен.

Берсә үтә аяуһыҙ һин
Һаранһың, әҙ һанайһың.
Ғүмер ҡыҫҡа, ашыҡ, тиеп,
Һанай-һанай янайһың.

Һанама, кәкүк, һанама
Ғүмерем сәғәттәрен.
Былай ҙа йөрәгем яна
Белмәйем сәбәптәрен.

Еще песни Роберт Тимербаев

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)